Skype

Skype (МФА: [skaɪ̯p]) — ябыҡ кодлы түләүһеҙ проприетар программа тәьминәте, компьютерҙар араһында Интернет аша текслы, тауышлы һәм һынлы элемтә урынлаштыра (IP-телефония), пиринг селтәрҙәре технологияларын, шулай уҡ мобиль һәм стационар телефондар өсөн түләүле хеҙмәттәрҙе лә ҡуллана. 2010 йыл аҙағына 663 млн файҙаланыусыһы була[1]. Программа эшләнмәселәренең күпселеге һәм дөйөм бүлек хеҙмәткәрҙәренең 44%-ы — Эстонияның Таллин һәм Тарту ҡалаларынан[2][3].

Программа конференц-шылтыратыуҙар (инициаторҙы ла һанап, бөтәһе 25 тауыш абоненты), һынлы шылтыратыуҙар (шулай уҡ 10-ға тиклем абонент ҡатнашҡан видеоконференциялар) үткәреү мөмкинлеген бирә, текслы хәбәрҙәр (чат) һәм файлдар тапшырыуҙы тәьмин итә. Һынланышты веб-камеранан да, монитор экранынан да тапшырып була[4], йәнә программаның өҫтәл версияларын файҙаланыусылар һынлы хәбәрҙәр ебәрә һәм ҡабул итә ала.

Mac OS X, iOS, Windows, Linux, Windows Phone, Open webOS, Android, PSP, Maemo, Xbox 360, PlayStation Vita, BlackBerry өсөн Skype программа клиенттары сығарылған. Шулай уҡ Java, Kindle Fire HD һәм Xbox One өсөн версиялар бар, Symbian өсөн дә клиент эшләнгән. Шулай уҡ LG, Panasonic, Philips, Samsung, Sharp, Sony Bravia, Toshiba, Vizio кеүек хәҙерге заман телевизорҙары өсөн Skype менән тоташыу ҡаралған.

  1. Skype grows FY revenues 20 %, reaches 663 mln users. .
  2. Skype employees 2011 йыл 29 сентябрь архивланған..
  3. Microsoft confirms takeover of Skype. bbc.com (10 May 2011). Проверено 6 ноября 2012.
  4. Screen sharing 2011 йыл 29 август архивланған. (англ.

Developed by StudentB